14 ДЕКАБРЬ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ!
14.12.2023
Просмотров: 2
Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге. Тел менән бергә халҡыбыҙҙың тәрән аҡылы, фәһемле тарихы, йолалары ла беҙҙең көндәргә еткән.Ҡурай сәскәһе кеүек берҙәм булырға, тыуған телебеҙҙе һаҡларға тигән фекерҙә ҡалдыҡ.
Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.